4 октябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күрһәтмәһе буйынса Башҡортостан Республикаһынан мобилизацияланған һәм доброволец булып киткән яугирҙәр өсөн 96-сы гуманитар йөк оҙатылды. Хәрбиҙәргә адреслы ярҙам Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса БР дәүләт комитетынан, республиканың 16 районы, шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары - Дыуан районы сит һағы ғәскәрҙәре ветерандары, Өфөнөң “Иптәштәр” хәрби хәрәкәттәр ветерандары берләшмәһенән ебәрелде. Колонна 58 кешенән, 32 берәмек техниканан, шулар иҫәбендә 23 йөк автофургоны, 1 йөк автотралы һәм 8 оҙатып барыусы автомобилдән тора. Йөктә 29 автомобиль, квадрокоптерҙар, тепловизорҙар, рациялар, һыу өсөн һауыттар, 300 кубометр таҡта, утын, мейестәр, электр ҡорамалдары, маскировка селтәрҙәре, төҙөлөш материалдары, инструменттар, аҙыҡ-түлек, эсәр һыу, кейем-һалым, медикамент, шулай уҡ туғандарынан тәғәйен посылкалар урын алған. -Республика егеттәребеҙгә ярҙам итеүен дауам итә һәм улар еңеп ҡайтҡанға тиклем ярҙам итәсәк, - тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов. Был йөктө йыйыуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә оло рәхмәт. Оҙатып барыусыларға уңышлы юл, иҫән-һау йөрөп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Фото: