Найти тему
Башҡортостан гәзите

Үҙаллы дауаланам тип саҡ ҡалған...

Ашҡаҙан сирен интернетта табып алған сара ярҙамында дауалаған ирҙең хәле тағы ла мөшкөлләнеп киткән. Үрге Йәркәй үҙәк район дауаханаһы табиптары үҙаллы дауаланыу менән мауыҡҡан 32 йәшлек пациентты ҡотҡарып алып ҡала. Ир кеше эсе ауыртыуға түҙмәйенсә дауахананың ҡабул итеү бүлегенә мөрәжәғәт итә. Интернетта уҡыған сара ярҙамында, анығыраҡ әйткәндә, ваҡланған магнитлы һыу эсеп, ул ашҡаҙан сей яраһын дауалап ҡараған. Әммә бындай “дауа” хәлен яҡшыртыу түгел, киреһенсә, ауыртыуҙы көсәйткән генә. Сит матдә ирҙең ашҡаҙанын һуҙып, 20 сантиметрға һәлендергән. Табиптар уға операция эшләй, ул 2,5 сәғәткә һуҙыла. Пациенттың ҡорһағынан 300 грамлыҡ магнит киҫәксәләрен алалар. Фото:krasivoe-foto.ru