Спорт майҙансығын асыу тантанаһында Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс Ямалиев, Башҡортостандың Спорт министры урынбаҫары Артем Новиков, Башҡортостандың волейбол буйынса физкультура-һауыҡтырыу федерацияһының башҡарма директоры Сергей Кирпичников, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Фәрит Ғиндуллин, Өфө ҡалаһының элекке мэры Өлфәт Мостафиндың тормош иптәше Венера Мостафина, ағаһы Мансур Мостафин, туғандары, яҡындары ҡатнашты. Әйтергә кәрәк, Саҡмағош районында етәкселәр физик культура һәм спорт өлкәһе үҫешенә ныҡлы иғтибар бирә. Бөгөнгө көнгә районда 19 спорт майҙаны, 22 хоккей командаһы һәм 70 спорт ҡоролмаһы бар. - Яҡташыбыҙ Өлфәт Мансур улы спортты, волейболды, тыуған илен яратты. Бигерәк тә балалар һәм йәштәр спортын үҫтереүгә иғтибарын йүнәлтте, - тип билдәләп үтте район хакимиәте башлығы Реканс Ямалиев. Спорт майҙансығын асыу тантанаһынан һуң Өлфәт Мансур улы иҫтәлегенә арналған волейбол буйынса район турниры үтте. Әйтергә кәрәк, был спорт майҙансығы "Башнефть" йәмғиәте ярҙамы менән төҙөлгән. Текст һәм фото авторы Лиана Ханмурзина.