Дәүләкәндә суд иҫерек килеш юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған, транспортҡа идара итеүгә хоҡуғы булмаған һәм һаҡһыҙлыҡ араҡаһында кеше үлеменә юл ҡуйған шоферға хөкөм сығарҙы. Башҡортостан Республикаһы Прокуратураһы хәбәр итеүенсә, ВАЗ-21099 автомобиленә идара иткән был иҫерек шофер 2023 йылдың апрелендә Поляковка ауылынан алыҫ түгел машинаһы менән юл ситенә барып сыға, электр бағанаһына бәрелә һәм автомобиль түңкәрелә. Авария мәлендә машина эсендә бәлиғ булмаған өс бала ултырған, бер бала имгәнеп үлгән. Енәйәтсе үҙ ғәйебен таныған. Суд уға ултыраҡ колонияла алты йылға иркенән мәхрүм итеү хөкөмө сығарған. Хөкөм әлегә үҙ көсөнә инмәгән. Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Иҫерек килеш баланы һәләк иткән шоферға хөкөм сығарылды
7 октября 20237 окт 2023
~1 мин