Бөгөн Стәлетамаҡ ҡалаһында махсус хәрби операция бурыстарын үтәгәндә һәләк булған яҡташ яугирҙәргә мемориаль таҡтаташтар асылды. Хәтер таҡталары улар тамамлаған мәктәптәрҙә барлыҡҡа килде: 15-се мәктәптә – Евгений Валентинович Казанинға, 2-се гимназияла – Рөстәм Флүр улы Әхмәҙуллинға, 1-се мәктәп- интернатта Дмитрий Анатольевич Щепакинға, 2-се мәктәптә – Динар Әлфәр улы Ғиләжетдиновҡа. Уларҙы асыу тантанаһында Стәрлетамаҡ ҡалаһы башлығы Рөстәм Ғәзизов ҡатнашты, яугирҙәрҙең туғандары менән аралашты. “Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең яҡты үрнәктәре һәм уларҙың ҡаҙаныштары мәңгегә беҙҙең йөрәктәрҙә һәм хәтерҙә, ҡалабыҙ тарихында ҡаласаҡ. Бөгөн асылған был мемориаль таҡтаташтар яңы быуын уҡыусыларына тыныс киләсәк хаҡына башҡарылған батырлыҡтарын иҫкә төшөрәсәк. Яугирҙәргә мәңгелек дан һәм мәңгелек хәтер!” – тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов. Фото: t.me/rustem_gazizov_str/3415