Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡаҙмаштарға – яңыртылған спорт залы

Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылы дөйөм белем биреү мәктәбендә “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” федераль проектын тормошҡа ашырыу барышында спорт залы ремонтланды. Бүлмәлә белгестәр түшәмде һәм стеналарҙы яңыртты, тәҙрәләрҙе һәм йылытыу системаһын алмаштырҙы, электр монтажлау эштәрен башҡарҙы. Спорт залының яҡшыртылған матди-техник базаһы балаларҙың дәрес һәм дәрестән тыш ваҡытта физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә ҡыҙыҡһыныуын арттырасаҡ. Белем биреү учреждениеһы уҡыусылары район һәм республика ярыштарында уңышлы сығыш яһай. Мәктәп базаһында иһә спорттың төрлө төрҙәре буйынса саралар ҙа үткәрелеп тора. “Мәғариф” милли проекты Рәсәйҙең бөтә балалары һәм үҫмерҙәренең мөмкинлектәрен асыу өсөн шарттар булдырырға тейеш. Бөтә ил буйынса мәктәптәр, колледждар, техникумдар төҙөлә һәм яңыртыла, шулай уҡ улар заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла. Билдәле булыуынса, "Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: abzelil.com