Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ололар ҙа спортҡа ғашиҡ

Сара “Йәшлек" физкультура-һауыҡтырыу комплексында үткән. Фестивалдә 50-нән ашыу кеше ҡатнашҡан. Ҡатнашыусылар ун мең аҙымлыҡ дистанцияны һәм скандинав йөрөшө буйынса нормативты үтәгән. Артабан залда улар төрлө һынауҙар буйынса ярышҡан. Еңеүселәргә ГТО комплексының отличие билдәләре тапшырылған. Уның хужалары 2024 йылда “Йәшлек" комплексының спорт объекттарына – бассейнға, тренажер залына бушлай йөрөүгә, скандинав йөрөшө менән шөғөлләнеүгә сертификаттар алған. “Демография” милли проектының “Спорт – тормош нормаһы” федераль проекты ярҙамында йыл һайын рәсәйҙәрҙең әүҙем һәм сәләмәт йәшәү рәүеше өсөн мөмкинлектәре арта бара. Илдә даими рәүештә спорт саралары үткәрелә, күнекмәләр өсөн инфраструктура яңыртыла. ГТО комплексы нормативтарын үтәп, теләгән һәр кем үҙенең физик әҙерлек кимәлен бушлай тикшерә ала. Профессиональ һәм балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереү өсөн стадиондарҙы, күп функциялы комплекстарҙы һәм мәктәптәрҙе яңыртыу, тулыландырыу һәм төҙөү буйынса программалар ҡаралған. Билдәле булыуынса, "Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: национальныепроекты.рф