Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Уҡыусылар өсөн фестиваль ойошторолдо

Саҡмағош районының Йомаш ауылы урта мәктәбенең 9-10-сы класс уҡыусыларына Өфөләге “Торатау” конгресс-холында үткән “Киләсәккә билет” һөнәрҙәр фестивалендә ҡатнашыу бәхете тейҙе. Сара “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу барышында уҙғарылды. Фестивалдең маҡсаты – мәктәп уҡыусыларына үҙҙәренең көслө яҡтарын һәм ҡыҙыҡһыныуҙарын аңларға ярҙам итеү, шулай уҡ һайланған өлкәлә уңышлы карьера өсөн кәрәкле һөнәри талаптар һәм күнекмәләр тураһында мәғлүмәт алыу. Сара барышында уҡыусылар төрлө һорауҙарға яуап бирҙе һәм һөнәри һынауҙарҙа ҡатнашты. Фестивалдә бер нисә йүнәлеш – социаль, эшлекле, индустриаль, креатив, аграр һәм башҡалар тәҡдим ителде. Һәр уҡыусы үҙенә ҡыҙыҡлы булған һөнәр вәкиле булып, төрлө өлкәләрҙәге белгестәр менән аралашты. Һәр ҡатнашыусыға өс профессиональ һынау үтергә һәм махсус жетон алырға мөмкинлек бирелде. Кәрәкле күләмдә жетондар алғас, уҡыусы уларҙы значокка алмаштырҙы. Фестиваль йомғаҡтары буйынса иң әүҙем кластар һәм иң әүҙем муниципалитет билдәләнәсәк, уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ. Билдәле булыуынса, "Мәғариф” (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: национальныепроекты.рф