Республиканың ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәте Әлшәй районында ике кеше һәләк булған юл фажиғәһе тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән уртаҡлашты. Был авария 5 октярбҙә төндә Стәрлетамаҡ - Раевка автомобиль юлының 70-се километрында теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, төндә 16 йәшлек үҫмер әсәһенән һорамайынса өйҙәренән "Hyundai Creta" автомобиленең асҡысын алып сыға һәм машинала йөрөп килергә була. Автомобилгә ултырғас, ул дуҫтарына шылтырата һәм уларҙы "сәйәхәткә" саҡыра. Иҫән ҡалған пассажирҙың һүҙҙәре буйынса, улар машинала алкоголле эсемлектәр эскән. Һуңынан Стәрлетамаҡ йүнәлешендә барырға ҡарар иткәндәр. Юлда рулдәге үҫмер автомобилдең рулен йә бер яҡҡа, йә икенсе яҡҡа борғолай башлай. Уйламайынса эш итеү һөҙөмтәһендә транспорт юлдан ситкә сыға һәм бер нисә тапҡыр әйләнә. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә алғы ултырғыста ултырған 13 йәшлек ҡыҙ алған йәрәхәттәренән вафат була. Ике 19 йәшлек егет, пассажирҙар, дауаханаға оҙатыла. Бер аҙҙан тағы бер пассажир урындағы дауахананың реанимация бүлегендә вафат була. Билдәле булыуынса, 16 йәшлек “водитель” һәм бәлиғ булмаған 13 йәшлек ҡыҙ профилактик иҫәптә торған. Был эш буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Фото: @bash_gibdd