Найти тему
Башҡортостан гәзите

Табикмәкме, ҡоймаҡмы, беленме?..

Сорғот ҡалаһынан Гөлсәсәк Фәтхулова бик тәмле рецепт менән уртаҡлашты. Ул үҙе уны “тәбикмәк” тип атай. Комментарийҙарҙа “әсе ҡамырҙан ҡоймаҡ”, “белен” һ.б. атамаларҙы яҙыусылар ҙа бар. Нисек кенә аталмаһын, бик матур килеп сыҡҡан. Әйтеүҙәренсә, был рецепт буйынса ҡойолған ҡоймаҡ һәр ваҡыт уңып бешә. “Тағын шул тәбикмәк инде. Белгәнде эшләү ауыр түгел бит. Барыбер һорайһығыҙ инде. Рецебын ҡабат ҡалдырам. Тәбикмәк. Рецепт. Кәрәк: - 1 литр һөт; - 2-3 йомортҡа; - 4-5 аш ҡалағы үҫемлек майы; -2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо (кем нисек ярата); -1 балғалаҡ тоҙ (сығышына ҡарап); - 1 өймәләм балғалаҡ сүпрә; - самалап он; Сүпрәне әсетеп алабыҙ (ярты стакан йылы һыуға сүпрә, 1 балғалаҡ шәкәр ҡомо, 2-3 аш ҡалағы он. Яҡшылап болғатабыҙ, ул күбекләнеп күтәрелә). Йылы һөткә йомортҡа, тоҙ, әҙер сүпрәне, шәкәр ҡомо, үҫемлек майы һалып, яҡшылап болғайбыҙ. Ошо массаға әкренләп он өҫтәп, ҡуйыраҡ ҡына ҡамыр әҙерләп, 1 сәғәткә йылы урынға ҡабартырға ҡуябыҙ. Күбекләнеп күтәрелә. Ҡыҙған табала (беренсеһендә табаны майлайым, артабан – юҡ) бешерә башлайбыҙ, майлап өйөп барабыҙ. Ғаиләбеҙ менән сөкөрҙәшеп, тәмләп сәй эсәбеҙ!” – тип яҙҙы Гөлсәсәк ханым. Рецепт өсөн ҙур рәхмәт уға! Фото һәм сығанаҡ: Гөлсәсәк Фәтхулованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.