“Рубикон” паркы янындағы контейнер “Экология” милли проектының һөҙөмтәлелек күрһәткестәренә өлгәшергә мөмкинлек бирәсәк, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы. Сүкеп эшләнгән балыҡ Ағиҙел йылғаһы буйындағы төҙөкләндерелгән йәйәүлеләр маршрутына ингән “Сәләмәтлек һуҡмағы”нда урынлашҡан. Һуҡмаҡ тәбиғи материалдарҙан эшләнгән әйберҙәр менән йыһазландырылған: ағас эскәмйәләр һәм скульптуралар. Арт-объект йылғаның яр буйы биләмәһенең генә түгел, ә парктың урман массивының да таҙалығын һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итәсәк. Металдан эшләнгән балыҡ тиҫтәләгән килограмм ҡулланылған пластикты һыйҙыра ала. "Экология" милли проекты ҡалдыҡтар менән эш итеү һөҙөмтәлелеген арттырыуға, эре сәнәғәт үҙәктәрендә атмосфера һауаһының бысраныу кимәлен кәметеүгә, шулай уҡ Рәсәйҙең уникаль флораһын һәм фаунаһын һаҡлауға йүнәлтелгән. Билдәле булыуынса, "Экология" (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: ecology.bashkortostan.ru