Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тыуған көнө

Рәсәй Президенты Владимир Путин бөгөн 71 йәшен билдәләй. Быйыл уның тыуған көнө ялға тура килһә лә, был көн Президент өсөн эш көнө буласаҡ. Кремлдең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй лидеры Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстан башлыҡтары Ҡасым-Жомарт Токаев һәм Шавкат Мирзиеев менән бергә Ҡаҙағстан аша Үзбәкстанға Рәсәй газы ебәреү тантанаһында ҡатнашасаҡ. Владимир Путин белдереүенсә, бындай газды ташыу “был транспорт системалары тарихында тәүге тапҡыр ғәмәлгә ашырыла, Рәсәйҙән Урта Азия йүнәлешендә бер ҡасан да Рәсәй газы ебәрелмәгән”. Владимир Путин ғүмер байрамын, ғәҙәттә, яҡындары араһында үткәрә. Президент фекеренсә, һәр кешегә “шәхси” йылды “хеҙмәт вазифаһына ҡарамай" шулай башлау яҡшыраҡ. Владимир Путин әйтеүенсә, уның тыуған көнө милли байрам түгел. "Миңә был ваҡиғаның әһәмиәтен арттырып күрһәтеү әҙәпһеҙлек кеүек тойола”, – тип иҫәпләй ул. Президент вазифаһында эшләгән ваҡытта (2000 - 2008 йылдарҙа һәм 2012 йылдан), шулай уҡ премьер-министр булған саҡта (1999 йылда һәм 2008 - 201

Рәсәй Президенты Владимир Путин бөгөн 71 йәшен билдәләй. Быйыл уның тыуған көнө ялға тура килһә лә, был көн Президент өсөн эш көнө буласаҡ. Кремлдең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй лидеры Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстан башлыҡтары Ҡасым-Жомарт Токаев һәм Шавкат Мирзиеев менән бергә Ҡаҙағстан аша Үзбәкстанға Рәсәй газы ебәреү тантанаһында ҡатнашасаҡ. Владимир Путин белдереүенсә, бындай газды ташыу “был транспорт системалары тарихында тәүге тапҡыр ғәмәлгә ашырыла, Рәсәйҙән Урта Азия йүнәлешендә бер ҡасан да Рәсәй газы ебәрелмәгән”. Владимир Путин ғүмер байрамын, ғәҙәттә, яҡындары араһында үткәрә. Президент фекеренсә, һәр кешегә “шәхси” йылды “хеҙмәт вазифаһына ҡарамай" шулай башлау яҡшыраҡ. Владимир Путин әйтеүенсә, уның тыуған көнө милли байрам түгел. "Миңә был ваҡиғаның әһәмиәтен арттырып күрһәтеү әҙәпһеҙлек кеүек тойола”, – тип иҫәпләй ул. Президент вазифаһында эшләгән ваҡытта (2000 - 2008 йылдарҙа һәм 2012 йылдан), шулай уҡ премьер-министр булған саҡта (1999 йылда һәм 2008 - 2012 йылдарҙа) Владимир Путин тыуған илендә: ғәҙәттә, Мәскәүҙә йәки Петербургта тыуған көнөн билдәләгән. Әммә, мәҫәлән, ил Президенты 50 йәшен Кишиневта билдәләй, унда был көндө 2002 йылда БДБ саммиты үтә, ә 61 йәше 2013 йылда Балиҙа АТЭС саммиты ваҡытына тура килә. Шул уҡ ваҡытта 2014 йылда дәүләт башлығы юғары дәүләт вазифаһында эшләгән ваҡытта тәүге тапҡыр үҙенең тыуған көнөндә ял ала һәм уны тайгала үткәрә. Бер йылдан һуң Владимир Путин боҙҙа 63 йәшен билдәләй, төнгө Хоккей лигаһы командалары “Милли хоккей лигаһы йондоҙҙары” һәм “Милли хоккей лигаһы йыйылма командаһы” араһындағы матчта уйнай. Рәсәй халҡы Президенттан уңды. Дөйөм һорау алыуҙар һөҙөмтәләре буйынса ла ил халҡының күпселеге уның эшмәкәрлеген хуплауын белдерә. Владимир Путин илебеҙҙең хәүефһеҙлеге һәм суверенитеты тураһында ҡайғырта. Иң мөһиме – илдә иҡтисади-социаль тотороҡлолоҡ урынлашты. Уның етәкселегендә Рәсәй халыҡ-ара аренала көслө һәм үҙ һүҙен әйтерлек илгә әйләнде, үҙ мәнфәғәттәрен һәм милли бойондороҡһоҙлоҡто яҡлай ала. Ул илебеҙҙең тотороҡло үҫешен тәьмин итте. Әле лә Президент Рәсәйҙең территориаль сиктәрен һәм милли мәнфәғәттәрен яҡлау йүнәлешендә ҙур көс һала. Президентыбыҙҙың Рәсәйҙе үҫтереү, күтәреү йүнәлешендә башлаған эшен, бар башланғыстарын аҙағына еткереүен теләйбеҙ. Рәсәй кеүек ҙур территориялы һәм күп милләтле, донъялағы иң ҙур Дәүләт менән идара итеүе еңелдән түгел, әммә Владимир Владимирович иңенә алған йөкләмәне лайыҡлы алып бара. Ил Президентына иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер, ныҡлыҡ теләйбеҙ! Фото: foto-onlain.ru