Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ял көндәрендә ниндәй һауа торошо көтөлә?

Бөгөн, 7 октябрҙә, республикала көн болотло була. Иртән 7 градус йылы, ел секундына 4 метр тиҙлектә иҫә, ә төштән һуң ямғыр яуыуы күҙаллана. 8 октябрҙә шулай уҡ яуым-төшөмлө була, көндөҙ ни бары 8 градус йылы күрһәтә. Юлдарҙа төндә һәм иртән урыны менән томан төшә, күреүсәнлек 500 метр һәм унан да әҙерәк, тип белдерә БР Транспорт министрлығы һәм водителдәрҙе юлдарҙа иғтибарлы булырға – тейешле аралыҡты һаҡларға һәм тиҙлекте арттырмаҫҡа саҡыра. Башҡортостан гидрометеоүҙәгенән белдереүҙәренсә, йәкшәмбе республикаға төньяҡтан атлантик циклон килә. Ямғырлы йонсоу көндәр көтә. Һауа температураһы көндөҙ ҙә +5, +10 градустан артмай. Икенсе аҙна башында ҡарлы ямғырҙар күҙаллана. Таулы һәм төньяҡ райондарҙа юлдарҙы боҙлауыҡ ҡаплауы ихтимал. Температура норманан түбән – +1- +2 градус ҡына. Венера Рәхмәтова фотолары.