– Республикабыҙҙа бай спорт традициялары бар. Беҙ 199 миҙал яулаған 76 Олимпия, Паралимпия һәм сурдлимпия уйындары чемпионы һәм призеры менән ғорурланабыҙ. Башҡортостан тарихында беренсе Олимпия миҙалын, бронза миҙалды саңғысы Геннадий Вагановтың 1960 йылда яулағанын хәтерләйбеҙ. Республиканың һәм илдең спорт йылъяҙмаһына күренекле атлеттарыбыҙ Игорь Кравчук, Әнүәр Ибраһимов, Светлана Гладышева, Эдуард Латипов, Тамара Танһыҡҡужина, Алексей Буренин, Ғабдрахман Ҡадиров, Николай Красников, Артур Зөлҡәрнәев, Рима Баталованың исемдәре мәңгелеккә яҙылған. Башҡортостан тарихи яҡтан спорттың күп төрҙәре, шул иҫәптән тректа мотоуҙыш, биатлон, шашка спорты, фехтование, шорт-трек, хоккей буйынса терәк төбәк булып тора, - тине Радий Хәбиров. Башҡортостан ҡалалары һәм райондарында дисциплиналарҙы артабан үҫтереү өсөн яңы объекттар төҙөлә. Билдәләп үтәйек, спорт ҡоролмалары һаны буйынса төбәктәр рейтингында Башҡортостан Мәскәүҙән ҡала икенсе урынды биләй. Ә 2019 йылда милли спорт премияһы йомғаҡтары
Радий Хәбиров Башҡортостан Спорт министрлығы коллективын юбилейы менән ҡотланы
6 октября 20236 окт 2023
1
2 мин