Республикабыҙҙа ҡыш миҙгеле ярайһы уҡ ҡырыҫ. Шуға күрә “ҡышын арбаны, ә йәйен сананы” ваҡытында миҙгелгә әҙерләү элеккесә көнүҙәк. Көҙгө-ҡышҡы осорға йорттарҙы йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһын тәртипкә килтереү бурысы республикабыҙҙа һәр йылдағыса көн ҡаҙағында. Был эштәрҙең күләмле һәм мәшәҡәтле икәнлеге барыбыҙға яҡшы мәғлүм. Башҡортостан капиталь ремонтты күҙәтеү буйынса идаралыҡ начальнигы Динар Ғәбитов әйтеүенсә, йылылыҡ менән тәьмин итеү системаларын капиталь ремонтлау эштәре тамамланған. Күмертау ҡалаһында, Баҡалы, Бөрө, Иглин, Ҡыйғы райондарында – берәр, Нефтекамала, Ейәнсура, Учалы райондарында – икешәр, Октябрьский ҡалаһында – өс, ә Мәләүез районында алты йорт ремонтланған. –Был эш йылылыҡ менән тәьмин итеү системаларын тулыһынса алмаштырыуҙы күҙ уңында тотто – подвалдан алып өҫкө ҡаттарҙағы фатирҙарға тиклем йылылыҡ системаһын яңырттыҡ. Аҙаҡ уға һынау үткәрҙек. Бары шул эштәр тамамланғандан һуң ғына йорттар йылытыу миҙгеленә әҙерлек паспортын ала, – ти Динар Ғәбитов. Торлаҡ кодексына ярашлы, фатир хужалары дөйөм йорт милкенә ҡараған йылытыу системаһын тикшереү һәм ремонтлау өсөн эшселәрҙең фатирға инеүен тәьмин итергә тейеш, ғәмәлдә иһә йыш ҡына йортта йәшәүселәр уларға ишек асмаҫҡа тырыша. Идарасы компаниялар был йәһәттән милекселәр менән әүҙем аңлатыу эше алып бара. Ҡайһы саҡта мәсьәләне суд аша хәл итергә тура килә. Мәләүез районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Таймасов әйтеүенсә, ҡаланы көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерләү - башҡарма власть алдында торған өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. –Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә өҙлөкһөҙ һәм аварияһыҙ эшмәкәрлекте тәьмин итеү халыҡҡа уңайлы йәшәү шарттары тыуҙырыуҙа төп бурыс булып тора. Райондың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары селтәрҙәрҙе һәм ҡорамалдарҙы яңыртыу буйынса даими эш алып бара. Халыҡ менән берлектәге эш кенә коммуналь хеҙмәттәр һәм йәшәү сифатын яңы кимәлгә күтәрергә ярҙам итәсәк, – тип иҫәпләй Альберт Таймасов. – Фатир хужалары ремонт үткәреү өсөн эшселәрҙе йорттарына индермәгән осраҡтарҙа акт төҙөләсәк. Милекселәр ремонттан баш тартыуҙары тураһында яҙма рәүештә белдерергә тейеш, был осраҡта биналарҙа алыштырылмаған йылылыҡ системаһындағы авария осраҡтары өсөн яуаплылыҡ уларҙың иңенә ятасаҡ. Сентябрҙең тәүге аҙнаһында Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарының йылылыҡ миҙгеленә әҙерлеге тикшерелгәйне. 12 меңдән ашыу күп ҡатлы йортта йылылыҡ системаларын йыуҙырыу һәм гидравлик һынау эштәре башҡарылған. Өс мең йортта торбаларҙың йылылыҡ изоляцияһы тергеҙелгән, ә бер меңендә дөйөм йорт иҫәп приборҙары ремонтланған. Алда әйтеүебеҙсә, 22 йортта эске йылылыҡ системалары тулыһынса алмаштырылған. Йорт фасадтарын йылытыу, көпләү эше әле лә дауам итә. Йылылыҡ миҙгеле башланыуы менән Раевкала, Нуриман районының Павловка һәм Красная Горка ауылдарында, Красноусолда һәм Белорет районының Оло Йылға ауылында яңы котельныйҙар эш башлаясаҡ. Ҡыш бауыры оҙон булыуына ҡарамаҫтан, йорттарыбыҙ йылы, кәйефебеҙ күтәренке булһын. Фото: Ufa Time. ru