Стәрлетамаҡ ҡалаһына эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров килде. Башта ул капиталь ремонттан һуң яңы уҡыу йылында үҙ ишектәрен асҡан 30-сы мәктәпте ҡараны. Был уҡыу йорто - ҡаланың иң ҙур белем биреү учреждениеларының береһе, унда 1600 уҡыусы белем ала. Реконструкция «Мәктәп мәғариф системаларын модернизациялау» федераль программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелгән. Бинаны ремонтлауға һәм йыһазландырыуға федераль һәм төбәк бюджеттарынан 117 миллион һум аҡса бүленгән. Республика бюджетынан айырым территорияны төҙөкләндереүгә 3,89 миллион һум йүнәлтелгән. Капиталь ремонттан һуң мәктәптә барыһы ла уҡыу процесы уңайлы һәм ҡыҙыҡлы үтһен өсөн йыһазландырылған. Туҡланыу ойоштороуға айырыуса иғтибар бүленгән. “Балалар сифатлы һәм яңы аҙыҡ-түлектән әҙерләнгән тәмле иртәнге һәм төшкө аш алырға тейеш. Дөрөҫ һәм баланслы туҡланыу үҫеп килгән организм өсөн бик мөһим”, - тине Андрей Назаров. Ул республиканың Мәғариф һәм фән министрлығына мәктәп аш