Ҙур Ирәмәл тауының бейеклеге 1582 километр тәшкил итә һәм ул Көньяҡ Уралдың менерлек булған иң юғары түбәһе. Йыл һайын унда бер нисә тиҫтә мең турист бара. Бигерәк тә Силәбе өлкәһенең Төлөк ауылынан һәм Башҡортостандың Николаевка ауылынан йәйәүле маршруттар киң таралған. Шуны билдәләү мөһим, хәҙер 40 километрға һуҙылған Николаевка – Ҙур Ирәмәл –Төлөк маршрутын Яндекс карталары панорамаһында ҡарарға була. 40 километрға һуҙылған һуҡмаҡтың 1273 панорама һүрәттәре буйлап виртуаль рәүештә Николаевка һәм Төлөк ауылдарында йөрөргә мөмкин. Ирәмәл түбәһенән тирә-яҡҡа ҡарап һоҡланырға, шулай уҡ туҡталыштарҙы, шишмәләрҙе, йәшәү урындарын, маршрут буйынса визит-үҙәктәрҙе ҡарарға була. - Яндекс картала бындай масштабта милли һуҡмаҡтың Рәсәйҙәге был тәүге панорамаһы. Мин тап ошо маршрутты ныҡ танылған булғаны өсөн һайланым. Был проектта миңә ярҙам иткәне өсөн Яндекс картаға рәхмәтлемен. Камера беркетелгән таяҡ менән йөрөүе ғәҙәти булманы. Тауҙар буйлап барғанда һәр 20-30 метр һайын туҡталып фотол