Етенсе саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың беренсе пленар ултырышында депутаттар Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың даими комитеттары, шулай уҡ уларҙың һан һәм персональ составы тураһында Положение раҫланы. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа бөтәһе туғыҙ комитет ойошторолған. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе һәм уның урынбаҫарҙарынан башҡа бөтә депутаттар ҙа даими комитеттар составына инә. Комитеттар рәйестәре, рәйес урынбаҫарҙары кандидатуралары Парламент фракциялары тәҡдиме буйынса Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев тарафынан тауыш биреүгә индерелде. Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса Дәүләт төҙөлөшө һәм урындағы үҙидара буйынса комитетты Владимир Нагорный етәкләй. Уның беренсе урынбаҫары – Гөлнара Ғәлимова, урынбаҫары итеп Сергей Мережко тәғәйенләнгән. Йәмәғәт именлеге, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитет рәйесе – Фәрит Ғүмәров. Беренсе урынбаҫары – Виктор Гурьев, урынбаҫарҙары - Фәнит Моратбакиев һәм Ринат Нагаев. Граждандар йәмғиәт
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа туғыҙ комитет эшләйәсәк
6 октября 20236 окт 2023
2 мин