Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Тағы 30 бәләкәй ауылда интернет!

Быйыл көҙ Башҡортостанда күләмле эш башҡарылыуы һөҙмәтәһендә 100-ҙән алып 500-гә тиклем кешеһе булған 30 бәләкәй ауылда йәшәүселәргә юғары тиҙлекле интернет менән файҙаланыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Сифатлы мобиль интернет мобиль ҡушымта аша урындағы халыҡты дәүләт, социаль, белем биреү сервистары менән ҡулланыуға юл аса, ситтән тороп эшләргә һәм уҡырға мөмкинлек бирә. - Һанлы экосистема тағы 30 ауылға килде тип әйтергә мөмкин. Һан менән әйткәндә,10 меңдән ашыу кеше мобиль интернет селтәре менән ҡуллана ала, - тине Башҡортостан Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин. – Бөгөн интернет – күп функциялы мөхит, унһыҙ аралашыуҙы, белем биреү процесын, эшмәкәрлекте алып барыу мөмкин түгел. Шуға ла селтәрҙәрҙе үҫтереү даими нигеҙҙә алып барылырға тейеш. Мобиль интернет тиҙлегенең артыуы республиканың 14 районы ауылдарына ҡағылды: мәҫәлән, Ҡалтасыла – Кокуш, Бәләбәйҙә – Ермолкин, Бүздәктә – Әмир һәм башҡалар. Төбәктең бәләкәй һәм төпкөлдәге ауылдарын сифатлы элемтә менән тәьмин итеү ябай бурыс түгел. Беҙ уның өҫтөндә һәр ваҡыт эшләйбеҙ. Ҡаланан алыҫта уҡытыу, дистанциялы эш өсөн урындағы халыҡҡа интернет кәрәк икәнлеген аңлайбыҙ, - тине Башҡортостанда МТС директоры Егор Фисюк. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.