Тәбиғәттең һый-ниғмәте һанап бөткөһөҙ! Әлеге ваҡытта “тыныс һунар” яратыусылар рәхәтләнеп урман-ҡырға бәшмәккә йөрөй. Асҡын районының Билгеш ауылы уңғандары ла бәшмәк йыйырға ярата, уны тәмле итеп әҙерләй ҙә белә. “Белеп йыйып, иренмәй генә эшкәртһәң, тәмле лә, туҡлыҡлы ла ризыҡ ҡышын табын күрке буласаҡ”, - ти улар. Уҫаҡ бәшмәген нисек тәмле итеп тоҙларға икәнен белгегеҙ килһә, билгештәр серҙе аса. Боронғо ысул менән әҙерләү хаҡында Фәнилә Шәмсетдинова бәйән итә. Әйткәндәй, Асҡын районының Билгеш ауылы быйыл “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнаша. Оҫталыҡ дәресе лә – ошо проектҡа ярашлы башҡарылған матур эштәрҙең береһе. Афарин, билгештәр! Һеҙгә уңыш һәм еңеү теләйбеҙ! Фото һәм видео: vk.com/club217813057