- Подразделениеның шәхси составы хоҡуҡ тәртибен һәм йәмәғәт именлеген һаҡлауҙы тәьмин итә, терроризм һәм экстремизм менән көрәш алып бара, контртеррористик операцияларҙа ҡатнаша. “Урал” отряды иң ауыр һәм яуаплы йүнәлештәрҙә ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итә. Отрядтың шәхси составы 1995 йылдан 2019 йылға тиклем Төньяҡ Кавказ төбәгендә ҡораллы конфликт зонаһында хеҙмәт итә. Махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк яугирҙәр шулай уҡ хеҙмәт командировкалары ваҡытында үҙ бурыстарын лайыҡлы үтәй. Һеҙ - республикабыҙҙың ғорурлығы, батырлығығыҙға һәм сыҙамлығығыҙға һоҡланабыҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. Башҡортостан Башлығы махсус подразделение етәксеһе, полиция полковнигы Фидрат Ноғомановтың, уның урынбаҫарҙарының һәм бүлек командирҙарының һөнәрилеген юғары баһаланы, шулай уҡ отряд ветерандарына – полиция полковнигы Нәзим Ғаязовҡа, өлкән полиция прапорщигы Раил Әхмәҙиевкә, отставкалағы милиция полковнигы Фәрит Шәйхилисламовҡа, отставкалағы полиция полковнигы Ирек Сәғитовҡа, отст
Радий Хәбиров «Урал» мобиль махсус тәғәйенләнештәге отряд хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы
6 октября 20236 окт 2023
1 мин