“Демография” милли проекты сиктәрендә Борай районындағы яңы физкультура-һауыҡтырыу коплексында ирекле көрәш буйынса Бөтә Рәсәй турниры үтте. Ул махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәгән саҡта һәләк булған Вадим Заһиров иҫтәлегенә арналды. Ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн егеттәр Татарстан, Удмурстандан, Пермь крайынан, Пенза һәм Ырымбур өлкәләренән, Өфө, Борай, Тәтешле һәм Миәкә райондарынан килгән. Турнирҙы Борай ауылының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе ойошторған. Вадим Заһиров асыҡ, ихлас, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер кеше булған. 9-сы класты тамамлағас, Нефтекама нефть колледжына уҡырға инә, бер йылдан уҡыуын Борай ауылындағы Башҡорт төньяҡ-көнбайыш ауыл хужалығы колледжында дауам итә. 2019 йылда Рәсәй Хәрби Көстәре рәтенә саҡырыла, унда өлкән механик-водитель булып хеҙмәт итә. Сроклы хеҙмәтен тамамлағас, артабан да Ҡораллы Көстәрҙә хәрби хеҙмәтен дауам итер өсөн контракт төҙөй. “Вадим Заһиров Борай районының ғорурлығы булды һәм булып ҡаласаҡ. Ул ысын яугир, йәш быуын өсөн өлгө, Тыуған