Найти тему

Республиканан ике компания тәжрибә уртаҡлашты

Был хаҡта төбәктең Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы хәбәр итә. ”Вэй Пак" милли проектҡа быйыл яҙ ҡушылған. Компания картон ҡап етештереү менән шөғөлләнә. Һаҡсыл технологияларҙы сәнәғәт ҡаптары етештереү цехында индерәләр. Модель предприятиеһы булған "Контроль пакеты" проект ябылыу мәлендә пилот участкаһында юғары һөҙөмтәләр күрһәткән. Бында заказды үтәү ваҡытын ике тапҡырға тиерлек ҡыҫҡартылған, тамамланмаған етештереү күләме 9 процентҡа кәмегән һәм етештереү күләме 22 процентҡа артҡан. Сәфәр барышында ҡунаҡтар һаҡсыл етештереү ҡоралдары индерелгән эталон участкаһын күрҙе. Улар бергәләп милли проект сараларын тормошҡа ашырыуҙа килеп тыуған ауырлыҡтарҙы, предприятиеларҙың һаҡсыл ҡараш индереүҙә алған файҙаларын, компанияның системаһын төҙөүҙә етәкселәрҙең һәм милекселәрҙең ролен тикшерҙе. Билдәле булыуынса, "Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” (национальный проект “Производительность труда и поддержка занятости”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: национальныепроекты.рф