Найти в Дзене

Әсәнең ике улы ла яуҙа

Бөрйән районының Байназар ауылында ике улы махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән әсәгә ярҙам иткәндәр. Был хаҡта “Таң” район гәзите төркөмөндә яҙҙылар. “Оҙайлы ҡыш алдынан ветеран пограничниктар ойошмаһы ағзалары Вәдүт Алтынбаев, Азамат Идалин, Хәлил Фәйезов, Флүр Дәүләтшиндар үткән аҙнала Байназар ауылында йәшәүсе Фәнүзә апай Аҙанғоловаға утын әҙерләүҙә ярҙам күрһәттеләр. - Эштән һуң беҙҙе, ике малайы ла МХО-ла хеҙмәт итеүсе Фәнүзә апайыбыҙ сәй табынына саҡырҙы. Матур әңгәмә ҡороп, изге теләктәр теләп, тағын да килеп ярҙам итеп торасағыбыҙҙы әйтеп таралыштыҡ, - ти ойошма етәксеһе Флүр Хәлил улы. Изгелек ерҙә ятып ҡалмай, тигәндәй, сауабы ла үҙегеҙгә ҡайта күрһен. Афарин, егеттәр!” –тиелә унда.