2023 йылдың 21 октябрендә 11:00 сәғәттә Дыуан районының Арый мәҙәниәт йортонда “Сыңлы үксә” конкурсы үтәсәк. Унынсы юбилей фестивале тыуған иле өсөн батырҙарса һәләк булған Сибай филармонияһы бейеүсе Илнар Илдар улы Хәтмуллинға бағышлана. Был осраҡлы ғына түгел, Илнарҙың атаһы Илдар Булат улы сығышы менән Арый ауылынан. Фестивалдә ҡатнашыуға ойоштороу-хоҡуҡи формаларына һәм милек формаларына ҡарамаҫтан, шәхси башҡарыусылар һәм хореография коллективтары саҡырыла. Фестивалдә 6 йәштән 25 йәшкә тиклемге теләгән һәр кем ҡатнаша ала. - Конкурста йылдағыса Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш төбәге – Балаҡатай, Ҡыйғы, Салауат, Мәсетле һәм Дыуан райондарынан ҡатнашыусылар көтөлә. Йыл һайын конкурстанттар күп була. Быйыл да заявкалар килә, – тине Арый мәҙәниәт йорто мөдире Юлиә Йомағужина. Тулыраҡ: https://vk.com/public199229841
Конкурс батырҙарса һәләк булған Илнар Хәтмуллинға бағышлана
17 октября 202317 окт 2023
~1 мин