- Һуңғы биш йылда Башҡортостанда сәнәғәт етештереү индексы 13,6 % артҡан. 2023 йылдың авгусында ул уҙған йылдың авгусы менән сағыштырғанда 108,7 процент тәшкил итә. Республика өсөнсө йыл рәттән - сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге рейтингында алдынғы өс төбәк иҫәбендә. Был беҙҙең сәнәғәт партнерҙарының юғары кимәле күрһәткесе. Бында «Ростех» дәүләт корпорацияһына ингән предприятиелар ҙур роль уйнай. "Беҙҙең сәнәғәт алдында торған төп мәсьәләләрҙең береһе – кадрҙар. Яҡшы темптар менән хәрәкәт итеү, артабан үҫешеү өсөн квалификациялы белгестәр кәрәк. Был хаҡта бөгөн «Ростех» дәүләт компанияһының авиация кластеры индустриаль директоры Анатолий Эдуардович Сердюков менән кәңәшмәлә һөйләштеләр. «ОДК-УМПО» флагманы менән бәйле эш мәсьәләләрен дә ҡараныҡ. 2025 йылда предприятиеға 100 йыл тула, һәм әле үк был ваҡиғаға әүҙем әҙерләнәбеҙ, – тип яҙҙылар Радий Хәбировтың социаль селтәрендә. Сығанаҡ: vk.com/wall413272232_1112193
Башҡортостан - сәнәғәт сәйәсәте буйынса алдынғы өсәү иҫәбендә
17 октября 202317 окт 2023
~1 мин