Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Дүрт бала атаһы яуға китте

Ошо көндәрҙә Көйөргәҙе районының Киров исемендәге ауыл хужалығы кооперативы моторисы махсус хәрби операцияға юлланды. Позывнойы - "Кашпировский". Ул - күп бала атаһы, хәләл ефете менән ике ул һәм ике ҡыҙ үҫтерәләр. Яҡташыбыҙ үҙ теләге менән Салауат Юлаев исемендәге батальонға яҙылған. "Мин Тыуған илемә намыҫлы хеҙмәт итергә хәрби ант ҡабул иткәнмен, - ти "Кашпировский". – Бөгөн илебеҙ ярҙамға мохтаж. Уны һаҡлау - үҙен ирмен тип иҫәпләгән һәр кешенең намыҫ эше. Шундай ваҡытта өйҙә ятһаҡ, балаларыбыҙҙың күҙҙәренә нисек ҡарарбыҙ?" Ошондай ҡыйыу, аҡыллы ир-уҙамандарыбыҙ барҙа Тыуған илебеҙҙең күге аяҙ, тыуыр таңдарыбыҙ тыныс булыр. Еңеү менән иҫән-һау ҡайт, уҙаман! Мәғлүмәт "Юшатыр" гәзите.