Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Төбәгебеҙҙә һоҡланырлыҡ урындар күп

Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа туризм бик йылдам үҫешә. Быны һүҙҙә генә түгел, һандарҙа ла күрһәтергә мөмкин. Туристик индустрияның үҫеше тураһында ҡунаҡханаларҙа һәм башҡа урынлаштырыу сараларында туҡталған граждандар һанының артыуы ла һөйләй. 2018 йылдан был күрһәткес 20 процентҡа артҡан (2010 йылда – 762,4 мең кеше, 2018 йылда – 1169,1, 2022 йылда – 1399,5). Былтыр туристар ағымы 2 миллион сәфәрҙән ашып киткән, ә ағымдағы йылдың 7 айы йомғаҡтары буйынса – 1,4 миллион. Башҡортостанда маршруттарҙы тормошҡа ашырыусы туристик операторҙар һаны 1,5 тапҡырға артҡан (69 берәмеккә тиклем) (2016 йыл - 42 берәмек). 2017-лә – 34, 2018-ҙә – 36, 2019-ҙа – 40, 2020-лә – 43, 2021-ҙә – 42, 2022-лә – 54). Хәҙер төрлө йүнәлештәге 1700 маршрут иҫәпләнә. Курорттарға ихтыяж буйынса республика Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында алдынғы урында тора һәм Рәсәйҙә 5-се урынды биләй (2010 йылда – РФ-та 4-се урын һәм Волга буйы федераль округында 1-се урын, 2018 йылда - РФ-та 5-се урын һәм Волга буйы ф

Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа туризм бик йылдам үҫешә. Быны һүҙҙә генә түгел, һандарҙа ла күрһәтергә мөмкин. Туристик индустрияның үҫеше тураһында ҡунаҡханаларҙа һәм башҡа урынлаштырыу сараларында туҡталған граждандар һанының артыуы ла һөйләй. 2018 йылдан был күрһәткес 20 процентҡа артҡан (2010 йылда – 762,4 мең кеше, 2018 йылда – 1169,1, 2022 йылда – 1399,5). Былтыр туристар ағымы 2 миллион сәфәрҙән ашып киткән, ә ағымдағы йылдың 7 айы йомғаҡтары буйынса – 1,4 миллион. Башҡортостанда маршруттарҙы тормошҡа ашырыусы туристик операторҙар һаны 1,5 тапҡырға артҡан (69 берәмеккә тиклем) (2016 йыл - 42 берәмек). 2017-лә – 34, 2018-ҙә – 36, 2019-ҙа – 40, 2020-лә – 43, 2021-ҙә – 42, 2022-лә – 54). Хәҙер төрлө йүнәлештәге 1700 маршрут иҫәпләнә. Курорттарға ихтыяж буйынса республика Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында алдынғы урында тора һәм Рәсәйҙә 5-се урынды биләй (2010 йылда – РФ-та 4-се урын һәм Волга буйы федераль округында 1-се урын, 2018 йылда - РФ-та 5-се урын һәм Волга буйы федераль округында 1-се урын). 2018 йылдан туризмға дәүләт ярҙамы 14 тапҡырға -1,5 миллиард һумға тиклем артты. “Башҡортостанға рәхим ит” (“Велком”) туристик компанияһы алтынсы йыл рәттән эшләп килә. Тәүге башлаған ваҡытта ауырлыҡтарға юлыҡһа ла, бер ҙә юғалып ҡалмай. Авторлыҡ турҙарын уйлап табып, социаль селтәрҙәрҙә рекламалар яһап эш башлап ебәрә. “Шихандан Нөгөшкә”, “Айғыр”, “Минең йөрәгемдә Ирәмәл”, “На рахате по Агидели”, “По красавице Ай” һәм башҡа бик күп маршруттар уңышлы эшләп килә. Күп кенә ойошмаларға корпоратив турҙар ойошторалар. - Беҙҙең хөкүмәт тарафынан социаль турҙар барлыҡҡа килде. Республика Башлығы Радий Хәбиров ярҙамында “Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге” программаһына инеп китә алдыҡ. Ошо йәһәттән уңышлы ғына эшләп киләбеҙ. Хаҡлы ялдағыларға Башҡортостан буйлап төрлө турҙар ойошторабыҙ. Мәҫәлән, Торатауға. Мәләүез районының Воскресенск ауылында яңы туристик объект барлыҡҡа килде. Шулай уҡ Бөрйән районына Шүлгәнташҡа алып барабыҙ. “Бирск купеческий” тигән турҙы Иглин районы пенсионерҙары бик оҡшатты, – ти “Башҡортостанға рәхим ит” туристик компанияһы етәксеһе Эльмира Ҡотлосурина. Мәктәп балалары өсөн дәүләт федераль программаһын да уларға ышанып тапшыралар. Хаҡлы ялдағылар өсөн бер көнлөк булһа, мәктәп балалары өсөн турҙар - ике көн. Тик Башҡортостан эсендә генә булырға тейеш. Икенсе йыл рәттән мәктәп уҡыусылары өсөн “Эх, Өфө ҡалаһы” туристик программаһы бик уңышлы эшләй. Күп кенә райондарҙан, ҡалаларҙан килгәндәр. - Туризм күҙгә күренеп үҫешә тип әйтергә була. Бынан дүрт-биш йыл элек хәҙерге кеүек үк үҫешмәгән ине. Башҡортостанға ситтән килгән туристарҙы йәлеп итер өсөн күп эштәр башҡарыла. Шул уҡ Шүлгәнташҡа барһаң, өс йыл элек ҡайһылай ине лә, хәҙер ҡайһылай. Бөрө ҡалаһында ғына ниндәй айырма. Эшләнек тә, артабан да ҡулланығыҙ тип кенә ҡалмайҙар, артабан да дәүләт кимәлендә төрлө фестивалдәр уҙғарыла. Уныһы шул тиклем ҡыуаныслы. Шулай уҡ фестивалдәргә килгәндә хәҙер инде халыҡ күңел асһын өсөн генә түгел, туристарҙы йәлеп итер өсөн дә күп кенә фестивалдәр үтеп тора. Күҙгә күренеп үҙгәреүе шатлыҡлы. Өфө ҡалаһы ҡайһылай матур булып үҙгәрҙе. Ҡасандыр ете-һигеҙ йыл элек бында үҫеш юҡ һымаҡ ине. Ғөмүмән, Башҡортостандың күп райондарында үҙгәрештәр бар. Туризмға әйләнеп ҡайтҡанда, төрлө-төрлө турҙар уйлап табыла. Мин үҙем Стәрлебаш районынан, быға тиклем беҙҙең районда туристар йөрөтөп була тип башҡа ла килмәҫ ине. Әлеге лә баяғы “Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге” программаһы менән Стәрлебашҡа, шулай уҡ башҡа райондарға турҙар барлыҡҡа килде. Был бик ҡыуаныслы күренеш. Туризм үҫеүендә Радий Фәрит улының ярҙамы бик ҙур, – тине бик күп турҙар ойоштороусы Эльмира Рәүеф ҡыҙы. Фотолар Эльмира Ҡотлосуринаның шәхси архивынан.