Саҡмағош ҡасабаһының беренсе урта дөйөм белем биреү мәктәбендә “Юғары ос!” Мәғариф проектының “Сәләмәт йылмайыу” модуле сиктәрендә стоматология кабинеты асылды. Сарала Саҡмағош районы хакимиәте етәксеһенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Светлана Шакирова, мәғариф бүлеге начальнигы Рәсимә Балягова, район үҙәк дауаханаһының баш табибы Алина Латыпова, мәктәп директоры Алмас Бикмөхәмәтов ҡатнашты. “Заман кабинеттарының береһе беҙҙең мәктәптә асылыуы һөйөнөслө ваҡиға. Белем усағында теш дауалау кабинеты булдырыуҙа ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәтлебеҙ. Уҡыусы балаларҙың стоматологик проблемалары күп. Уларҙы мәктәптә үк дауалау ҙур әһәмиәткә эйә. Табип Радим Хәбибуллин тәүге пациенттарҙы ҡабул итә лә башланы. Кабинетты төҙөкләндереүгә республика ҡаҙнаһынан 1 миллион 388 мең һум аҡса бүленде”, - тине Алмас Бикмөхәмәтов. Быйыл республика буйынса мәктәптәрҙә 214 стоматология кабинеты эшләй. Уларҙың 80-е “Сәләмәт йылмайыу” модуле сиктәрендә асылған. Республика ҡаҙнаһынан был йүнәлешкә 36,1 ми