Өфөлә донъя кимәлендәге вуз-ара студенттар кампусын төҙөү дауам итә. Унда шулай уҡ Өфө фән һәм технологиялар университетының композиция материалдарының лабораторияһы ла урынлашасаҡ. Яңы бина көткән арала республиканың иң ҙур юғары уҡыу йорто ғалимдары биомедицина һәм ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге полимерҙар булдырыу буйынса эште дауам итәләр. Тикшеренеү һөҙөмтәһе булып яраларҙы йүнәтә торған япмалар тора, шул иҫәптән дарыу тултырылғандары. Һыуҙа ирей торған тәбиғи һәм синтетик физиологик әүҙем полимерҙар нигеҙендә йомшаҡ полимер дарыу формаларын булдырыуҙың фәнни нигеҙҙәре лә эшләнгән. Полипропилен пленка ептәрен утилләштереүҙең ябай, әммә һөҙөмтәле ысулы тәҡдим ителгән. Лаборатория коллективы “Икенсел сеймалдан тарҡала торған полимер композиттарҙы юғары технологиялы етештереү” комплекслы проектында ҡатнаша. Лаборатория материалдарына республика предприятиелары заказсы булып тора. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.