Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Рәйесе Андрей Назаров хәбәр итә. “Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Күмертауҙа рөхсәтһеҙ ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары сүплеген ваҡытынан алда юҡ итеүгә өҫтәмә аҡса бүлде. Федераль хөкүмәт субсидияһы ярҙамында сүплекте бөтөрөүҙең техник этабы йыл аҙағына тиклем тамамланасаҡ. ”Таҙа ил” федераль проекты сиктәрендә аҡсаларҙы ҡайтанан бүлеү тураһындағы бойороҡҡа Премьер-министр Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы. Күмертау ҡалаһындағы 12,6 гектар урынды биләгән сүплектә ҡалдыҡтар күләме 850 мең кубометрға баһалана. Рекультивацияның дөйөм хаҡы 331,6 миллион һум тәшкил итә. Республикала “Экология” милли проектының ”Таҙа ил” федераль проекты сиктәрендә 2024 йылдың аҙағына тиклем алты рөхсәтһеҙ сүплекте бөтөрөү ҡаралған. Күмертауҙан тыш, улар Баймаҡ, Сибай, Стәрлетамаҡ, Благовещен, Дәүләкән сиктәрендә урынлашҡан. Был сараларҙы тормошҡа ашырыу ярты миллион самаһы кешенең йәшәү сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк. Шуны билдәләп үткем килә: