Көҙгө балыҡ тотоу – үҙенә күрә хәүефле мәл. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, унда ла кешеләр һәләк була. Бөгөн Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы ун көндә балыҡҡа барған ирҙәрҙең икәүһе һәләк булған. Ирҙәр 1971 һәм 1972 йылғылар. Береһе Краснокама районында Ағиҙел йылғаһында, икенсеһе Өфөлә Ҡариҙел йылғаһында балыҡ тотҡан. Ә Учалы районы балыҡсыһына бәхет йылмайған – шаһиттар уны батып барған еренән ҡотҡарған. Ни өсөн былай килеп сыға һуң? Йыш ҡына кәмәлә ҡотҡарыу саралары юҡ, балыҡсылар айыҡ булмай, кәмә менән дөрөҫ идара итмәү, хәүефле һауа шарттары. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: һеҙҙең хәүефһеҙлек – һеҙҙең яуаплылыҡ. Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.