"Мин бала сағым тураһында яҡты иҫтәлектәргә бирелеп, фотоларҙы ҡабат-ҡабат ҡарап ултырырға яратмайым. Әйткәндәй, фотолар ҙа ул хәтле күп түгел, үҙем дә мәлде мәңгеләштереүҙе бик өнәмәнем. Юҡ, мин етем түгел ул, атайым-әсәйем, апайым, ағайым бар. Бәләкәйҙән күңелгә иң ныҡ һеңгәне - ғаиләбеҙҙә миңә ҡарата айырым мөнәсәбәт барлығын белеүем, үҙемде артыҡ тойоуым - бындайҙы кемдең иҫләгеһе килһен. Шулай ҙа ваҡыты-ваҡыты менән үҙенән-үҙе өҫкә ҡалҡып сыға үткәндәр. ...Хәтеремдә, өйгә ҡунаҡтар килһә, апайым улар алдында йә йырлай, йә шиғыр һөйләй, ә ағайым баянда уйнап күрһәтә, ә миңә төпкө бүлмәлә ултырып торорға ҡушыла ине. Уларға һоҡланалар, вәт, һәләтле балалар үҫеп килә, афарин, тип маҡтайҙар, бындай ваҡытта мин дә туғандарым менән ғорурланам. Ҡайһы бер ҡунаҡтарҙың мин ултырған бүлмәгә башын тығып, ҡыҙыҡһыныусан күҙ ташлап китеүҙәре лә онотолмай. Клубҡа килгән концерттарға ла миңә йөрөргә рөхсәт ителмәй, ана һин телевизорҙан ҡара, ти торғайнылар. Минең дә "тере" артистарҙы күргем килеүе б