17 октябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Ростех Дәүләт корпорацияһының авиация комплексы индустриаль директоры Анатолий Сердюков төбәктең Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе (Ростех Дәүләт корпорацияһына инә) менән хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса эш кәңәшмәһен үткәрҙе. Көн тәртибендә – предприятиены кадрҙар менән тәьмин итеү һәм 2025 йылда билдәләнәсәк Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең 100 йыллығына әҙерлек. – Ростехҡа республика менән әүҙем хеҙмәттәшлек иткәне өсөн рәхмәт белдерәм. Һеҙҙең контурға ингән предприятиелар тотороҡло эшләй һәм яҡшы күрһәткестәр күрһәтә, – тине Радий Хәбиров. Республика Башлығы шулай уҡ предприятиеның 100 йыллығы уңайынан үткәрелгән сараларҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Юбилей саралары федераль статус аласаҡ, шуға күрә уларҙы сифатлы әҙерләү талап ителә. Ростех Дәүләт корпорацияһының авиация комплексының индустриаль директоры Анатолий Сердюков республиканың белем биреү учреждениеларының ОДК предприятиеларын
Хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса эш хаҡы 98 мең һумдан ашып китә
17 октября 202317 окт 2023
1
1 мин