Өфөлә 3-өнән 12 ноябргә тиклем ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионаты үтә. Башҡортостан Хөкүмәтендә 2023 йылдың 3 ноябренән 12-енә тиклем үтәсәк ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионатын ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде. Премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендәге кәңәшмәлә Рәсәй Бокс федерацияһы хакимиәте етәксеһе Наталья Фалько (Мәскәү), Хөкүмәт вице-премьерҙары, Башҡортостандың Бокс федерацияһы рәйесе Сәғит Аслаев, спорт структуралары вәкилдәре ҡатнашты. Андрей Назаров билдәләүенсә, бокс республика өсөн төп спорт төрө булып тора. Системалы рәүештә уның менән 9 мең кеше шөғөлләнә, һөнәри рәүештә - 4 мең спортсы. 13 спортсы Рәсәй йыйылма команда составына индерелгән. - Республикала был спорт төрөнә ҡыҙыҡһыныу арта бара. 2017 - 2022 йылдарҙа беҙҙең тренерҙар Рәсәй спорт мастерлығына 400 кандидат, 23 Рәсәй спорт мастеры, шулай уҡ 2 халыҡ-ара класлы Рәсәй спорт мастеры әҙерләне. Бокс буйынса йыл һайын ҙур ярыштар үткәрелә. Бер йыл элек бокс буйынса Рәсәй чемпио
Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионаты үтә
17 октября 202317 окт 2023
1 мин