Башҡортостандың Спорт министрлығы, Бөтә Рәсәй терәк-хәрәкәт аппараты зарарланғандар спорты федерацияһы һәм уның Башҡортостандағы бүлексәһе, Коляскала спорт бейеүҙәре федерацияһының республикалағы бүлексәһе, Рима Баталованың “Милләт йәшлеге” төбәк ижтимағи фонды, Рәсәйҙең Президент гранттары фонды булышлығында сара ойошторола. Тиҙҙән Өфөләге Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге паркетына илдең 16 төбәгенән спортсылар сыға. Вологда (Череповец ҡалаһы), Тамбов (Тамбов ҡалаһы), Липецк (Липецк ҡалаһы) өлкәләре, Краснодар крайы (Краснодар ҡалаһы), Новосибирск өлкәһе (Новосибирск ҡалаһы), Мәскәү (Серпухов ҡалаһы), Тверь (Осташков ҡалаһы) өлкәләре, Пермь крайы (Пермь ҡалаһы), Севастополь, Төмән ҡалалары, Удмурт Республикаһы (Ижевск, Воткинск ҡалалары, Люкшудья ауылы, Бурин ҡасабаһы), Татарстан Республикаһы (Яр Саллы ҡалаһы), Ямал-Ненецк автономиялы округы (Яңы Уренгой ҡалаһы), Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары һәм, әлбиттә, Башҡортостан Республикаһы (Өфө, Белорет, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй ҡ