Башҡортостан Хөкүмәтендә төбәктә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү реформаһын тормошҡа ашырыу мәсьәләһе буйынса сираттағы кәңәшмә үтте. Кәңәшмә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәт башлыҡтары ҡатнашлығында үтте. Министрҙар кабинеты башлығы 2024 йылдың 1 ғинуарынан “Етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары тураһында” Федераль закон положениеларына үҙгәрештәр көсөнә инеүенә иғтибар итте. Документҡа ярашлы, 2027 йылдың 1 ғинуарынан төргәк етештереүселәр һәм импортлаусылар бындай продукцияны 100% утилләштереүҙе тәьмин итергә бурыслы. Шул уҡ ваҡытта 2026 йылда утилләштереү буйынса норматив 75 процент тәшкил итәсәк, 2025 йылда – 55 процент. 2024 йылдың 25 ғинуарына тиклем Бөтә Рәсәй төбәктәре федераль тармаҡ программаларына оҡшаш ябыҡ цикллы иҡтисадҡа күсеү буйынса программалар ҡабул итергә тейеш. - Башҡортостанда был тәбиғәттән файҙаланыу Һәм экология Министрлығының ғына түгел, республика башҡарма власть органдарының да тырышлығын талап итә. Бындай күләмле проектты әҙерләү өсөн ваҡыт бик аҙ ҡала. Был йүнәлештә эште тиҙләтергә һәм көсәйтергә кәрәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Премьер-министр. Шулай уҡ кәңәшмәлә 2-се зона буйынса юридик шәхестәр менән килешеүҙәр төҙөү буйынса саралар һәм сүплектәрҙе бөтөрөү өсөн муниципалитеттарға сикләнмәгән ер участкаларын тапшырыу мөмкинлегенә ҡағылышлы мәсьәләләр ҡаралды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2-се зонаға Ағиҙел һәм Нефтекама ҡалалары, Асҡын, Балтас, Бөрө, Борай, Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Краснокама, Мишкә, Тәтешле һәм Яңауыл райондары инә. Кәңәшмәне тамамлап, Андрей Назаров республиканың Экология министрлығына, Сәнәғәт министрлығына, Ауыл хужалығы министрлығына, Төҙөлөш министрлығына һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына икенсел ресурстарҙы һәм икенсел сеймалды йәлеп итеү буйынса тармаҡ программалары паспорттарын әҙерләүҙе һәм раҫлауҙы тәьмин итергә ҡушты. Шулай уҡ ведомство-ара эшсе төркөм булдырырға, ә дөйөм координацияны хөкүмәт премьер – министры урынбаҫары-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановҡа тормошҡа ашырырға. Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/21985
Ябыҡ цикллы иҡтисадҡа күсеү буйынса эште тиҙләтергә ҡуштылды
17 октября 202317 окт 2023
1 мин