Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Шайморатовсылар" окоп шәме яһай

Борай ауылындағы 2-се гимназияның “шайморатов” класында уҡыған балалар класс етәксеһе Ләйсән Әхмәтйәнова етәкселегендә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр өсөн окоп шәмдәре эшләй. Был эштәр “Мәғариф” милли проектының “Патриотик тәрбиә” федераль проекты маҡсаттарына тура килә. Бындай шәм яһау технологияһы ябай һәм махсус материалдар һәм ҡорамалдар талап итмәй. Уны булдырыу өсөн картонды торбаға төрөргә һәм эсенә фитиль урынлаштырырға ғына кәрәк. Шунан был конструкцияны металл банкаға һалалар ҙа, иретелгән парафин ҡоялар. Һөҙөмтәлә яҡтылыҡ ҡына түгел, ә йылы ла биргән шәм килеп сыға. Был файҙалы ҡулайлама кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡарып ҡала ала. “Шайморатовсылар”ҙың хәрбиҙәр өсөн шәм эшләү тәжрибәһе бар. – Балаларға был эш үҙҙәрен күрһәтеү өсөн генә түгел, ә ҙур эшкә ҡағылышы булыуҙарын аңлау өсөн мөһим. Шуға күрә ошондай башланғыстарҙы хупларға һәм үҫтерергә, балаларға уларҙың ярҙамы ил өсөн мөһимлеген күрһәтергә кәрәк. Бҙ еңәсәкбеҙ! – тине мәктәп директоры Алик Усаев. Билдәле булыуынса, “Мәғариф" (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Борай районы хакимиәте.