Бөйөк ебәк юлы үҫеше программаһына ярашлы “Алға” махсус иҡтисади зонаһы сауҙа логистик базаһын урынлаштырыу өсөн майҙансыҡ булараҡ ҡарала. - Махсус иҡтисади зонаны күҙ уңында тотоп, Рәсәй һәм Ҡытайҙың сәнәғәт кооперацияһын әүҙем үҫтереү ниәтләнә. Быға тиклем Ассоциация вәкилдәре республикала булып китте, хәҙер яңы тәҡдимдәр менән ҡабат килделәр. Сауҙа-логистик база асыуҙан тыш, партнерҙар Ҡытайға Башҡортостан етештереүселәренән аҙыҡ-түлек алыу мөмкинлеген дә ҡарай. Был һорауҙар буйынса профиль ведомстволары менән эш алып барыласаҡ, - тип билдәләне Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы генераль директоры Наил Ғәббәсов. Ҡытай партнерҙары билдәләүенсә, сауҙа-логистик база өсөн тап “Алға” үҙенең уңайлы географик урынлашыуы менән иң ныҡ тура килгәне. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.