“Демография” милли проектының “Өлкән быуын” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Мишкә районының өлкән быуын вәкилдәре өсөн төрлө саралар үткәрәләр. Мишкә ауылының өлкән быуын аралашыуы үҙәгендә психолог Наталья Карелина “көмөш” йәштәге кешеләр өсөн “Мәғәнәле һауыт” тип аталған мини-тренинг ойошторҙо. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар арт-терапия күнекмәләр башҡарған. Ул психоэмоциональ торошҡа һәйбәт йоғонто яһай, кешеләр менән аралашыу кәйефте күтәрә һәм стресс кимәлен түбәнәйтә. Пенсионерҙар билдәләүенсә, бындай тренингтар ҡояшлы йәй ямғырлы болоҡһоу көндәргә алмашҡан көҙгө мәлдә айырыуса көнүҙәк. “Күк йөҙө һоро төҫкә инә, тышта йышыраҡ ямғыр яуа, ауыр тойғолар барлыҡҡа килә башлай. Организм бындай үҙгәрештәрҙе иғтибарһыҙ ҡалдыра алмай. Бер сәбәпһеҙ апатия барлыҡҡа килә, кәйеф төшә. Шуға күрә бындай ваҡытта пенсионерҙарға айырыуса ярҙам кәрәк, уларға йылы, компанияла ваҡыт үткәреү ыңғай тәьҫир итә. Ә Арт-терапия стресс һәм борсолоуҙарҙы кәмеүгә килтерә”, – ти психолог Натаья Карелина. Билдәле булыуынса, “Демография" (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Мишкә районы хакимиәте.