Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Илеш районында Ҡәғбәгә оҡшаған мәсет төҙөлә

Сығышы менән Илеш районынан булған меценат үҙенең тыуған яғында мосолмандарҙың төп ғибәҙәтханаһы Ҡәғбәгә оҡшаған мәсет төҙөй. Әле райондың Дөмән ауылы үҙәгендә “Әл-Малик” мәсете ҡалҡып сыҡҡан. Уны, “Атайсал” проекты сиктәрендә, ошо ауылдан сыҡҡан Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған төҙөүсеһе Рабис Сәлихов төҙөй. Проект буйынса, төҙөлөп ятҡан мәсет мосолман донъяһының төп ғибәҙәтханаһы Ҡәғбәне сағылдырасаҡ. Ғибәҙәтхананың майҙаны – 225 квадрат метр. Ул ике ҡатлы, бер манаралы буласаҡ, унда мосолмандарҙың символы – ярым ай ҡуйыласаҡ. Мәсетте традицион йәшел, аҡ һәм алтын төҫтәрҙә биҙәү ҡаралған. Ҡәғбә күсермәһе һыйҙырышлығы 15 кешегә иҫәпләнгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Атайсал” проекты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән 2021 йылдың февралендә ғәмәлгә ашырыла башланы. Был проект төбәктең ауылдарынан сыҡҡан билдәле һәм уңышлы кешеләрҙе үҙҙәренең бәләкәй Ватанын төҙөкләндереүгә йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Фото: “Атайсал” проектының Телеграм-каналынан.