Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Йәберләүҙәрҙең иң яҡын кешеләреңдән булыуы икеләтә ауыр

Башҡорт дәүләт академия драма театры яңы ижад миҙгелен Заһиҙә Мусинаның повесы буйынса ҡуйылған “Килен” спектакле менән асты. Был спектакль тамашасыны битараф ҡалдырманы. Социаль селтәрҙә лә ошо хаҡта фекерҙәр күп яҙылды. “Берҙәм Рәсәй” партияһының Төбәк башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары - партия төҙөлөшө бүлеге начальнигы Гөлнара Кирәева ла тәьҫораттары менән уртаҡлашты. “Яңы миҙгелде премьералар менән асыу матур йолаға әүерелеүе шатлыҡлы күренеш. Заһиҙәнең "Килен" китабын йәй көнө үк алып уҡығайным, спектакле була тигәс, алдан билеттар алып ҡуйҙыҡ. Былай ҙа ауыр яҙмышлы йәш ҡыҙҙың ҡатын-ҡыҙ бәхете, матур ғаилә ҡорорға тигән эскерһеҙ ынтылыштары ике ғаиләлә лә төп урында булған йәбер-золом менән бәрелешә. Йәберләүҙәрҙең иң яҡын кешеләреңдән булыуы икеләтә ауыр. Ике әсәйҙең дә балаларының бәхетен бер яҡлы ғына аңлауҙары, уларҙың фекерҙәре, уй-теләктәре менән бөтөнләй ҙә һанлашмауы, көн һайын физик һәм мораль йәберләүҙәре ғаилә трагедияһына килтерә. ...Спектакль аҙағына тиклем бөтә залды көсөргәнешлектә тотто. Шул тиклем бирелеп китеп ҡаранык, хатта ҡәйнә кешенең тағы ла балаларына аҡыл өйрәтә башлауын күреп, залдан бер тамашасы апайҙың түҙмәй "ҠЫҪЫЛМА!!! " тип ҡысҡырыуы, артистарҙың эшенә лә, режиссерға ла зур баһа булғандыр, тип уйлайым. Барыһын да һөйләп бөтмәйем, үҙегеҙ мотлаҡ барып ҡарағыҙ. Театрҙың тағы ла бер яғы - күптән күрешмәгән, сәнғәткә ғашиҡ кешеләр менән осрашыу һәм аралашыу урыны булыуы. Һәр саҡ ихлас күрешеп, һөйләшеп, ял итеп ҡайтабыҙ, рәхмәт”, – тип яҙҙы Гөлнара Әнүәр ҡыҙы. Ә һеҙгә "Килен" оҡшанымы? Фото авторы: Руслан Юлтаев.