Өс көн элек Ишембай районының Петровское ауылында балаларын эйәрткән айыу ҡатынға ташланып, ныҡ йәрәхәтләгәйне. Ҡатын әлеге мәлдә дауаханала, уның хәле ауыр тип баһалана. Инә айыуҙы иһә Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының һунар инспекторҙары атырға мәжбүр булды. Министр урынбаҫары Камил Биргулиев билдәләүенсә, айыу балаларын “Ишембай район-ҡала һунарсылар һәм балыҡсылар йәмғиәте”нең биләмәһенә урынлаштырырға йыйыналар ине. Әммә бына инде нисәнсе көн инспекторҙар уларҙы тота алманы. Айыу балаларының береһе ауыл тирәһендә йүгереп йөрөгән. Ә бына икәүһе урманға ҡасҡандыр, моғайын тип фаразлай һунарсылар. Камил Биргулиев әйтеүенсә, был айыу балалары үҙаллы йәшәргә әҙер. Һыуыҡтарҙы тойоу менән улар үҙҙәренә өң эшләргә лә, үҙҙәрен туйындыра ла ала. Шуға ҡарамаҫтан, инспекторҙар уларҙы эҙләүен дауам итә. Ҡыш дауамында айыу балалары кеше ҡарамағында булһа ла, яҙғыһын тайыш табандарҙы урманға ебәрергә планлаштыралар. Фото Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм