Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һәм “Күбәләк балалар” хәйриә фонды етәксеһе Алена Куратова төбәктә Генлы дерматоздар үҙәген асыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Ул 6-сы балалар поликлиникаһында урынлашасаҡ һәм тәндең орфан сирҙәре булған, дерматоздарҙың башҡа төрҙәре менән ауырыған бәләкәй балаларҙы ҡабул итәсәк. - Бөгөн республикала ауыр тире сирҙәре булған 20 меңдән ашыу бала йәшәй. Уларҙың барыһы ла яңы үҙәккә мөрәжәғәт итә ала. Дерматолог, аллерголог-иммунолог, гастроэнтеролог, педиатр, эндокринолог һәм башҡа белгестәрҙән торған табиптар командаһы ҡабул итә, - тип белдерҙе республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин. Ике йыл элек төҙөлгән ошондай үҙәк Мәскәү өлкәһе һәм Үҙәк федераль округ пациенттарын ҡабул итә. - Республикала профилле Генлы дерматоздар үҙәген ойоштороу – ауыр тән сирҙәре менән йонсоған пациенттарға системалы ярҙамдың мөһим өлөшө. Был сир ағышына һөҙөмтәле контроллек итеү һәм ауырыуҙың ҡаты эҙемтәләрен иҫкәртеү мөмкинлеген бирәсәк. Был пациенттарҙың хәленең һиҙелерлек яҡшырыуына һәм республика, шулай уҡ федераль бюджетҡа “йөк”тө ҡыҫҡартасаҡ, - тип белдерҙе “Күбәләк балалар" фонды етәксеһе Алена Куратова. Фото: health.bashkortostan.ru/