Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Архангелдә глэмпинг барлыҡҡа киләсәк

Ул Инйәр йылғаһы ярында, Абҙан шарлауығынан алыҫ түгел ерҙә, глэмпинг төҙөргә ниәтләй. Урын осраҡлы һайланмаған: яҡында ғына Өфө – Инйәр трассаһы үтә, баш ҡаланан бер сәғәтлек кенә юл, шуға күрә бында тәбиғәт менән икәүҙән-икәү генә ҡалып, тулыһынса ял итәһең. Проектты хупланыҡ һәм осрашыу йомғаҡтары буйынса глэмпинг урынлаштырыу өсөн ер участкаһы эҙләүҙә ярҙам иттек. Хәҙер биләмәлә көмбәҙ формаһында туристик өйҙәр әүҙем төҙөлә. Эшҡыуар ни өсөн тап көмбәҙле йорттарҙы һайлағанын уртаҡлашты – улар үҙенсәлекле һәм классик формалағы йорттарҙан шуныһы менән айырыла: Төҙөлөш ваҡыты әҙерәк. Материалдар әҙерәк тотонола. Йылытыу өсөн энергия сығымдары һауаның тәбиғи конвекцияһы иҫәбенә кәмерәк. Ныҡ өйҙәр, яҡтылыҡ та күберәк була. 2023 йылдың аҙағына тиклем эшҡыуар мунса һәм башҡорт милли аш-һыуы менән кафе төҙөргә ниәтләй. Уға уңыштар теләйбеҙ! Ә Архангел районы биләмәһендә үҙ проекттарын тормошҡа ашырырға теләүселәрҙе "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"нә көтәбеҙ. Ғаризаны Башҡортостан Республикаһының Инвести

Ул Инйәр йылғаһы ярында, Абҙан шарлауығынан алыҫ түгел ерҙә, глэмпинг төҙөргә ниәтләй. Урын осраҡлы һайланмаған: яҡында ғына Өфө – Инйәр трассаһы үтә, баш ҡаланан бер сәғәтлек кенә юл, шуға күрә бында тәбиғәт менән икәүҙән-икәү генә ҡалып, тулыһынса ял итәһең. Проектты хупланыҡ һәм осрашыу йомғаҡтары буйынса глэмпинг урынлаштырыу өсөн ер участкаһы эҙләүҙә ярҙам иттек. Хәҙер биләмәлә көмбәҙ формаһында туристик өйҙәр әүҙем төҙөлә. Эшҡыуар ни өсөн тап көмбәҙле йорттарҙы һайлағанын уртаҡлашты – улар үҙенсәлекле һәм классик формалағы йорттарҙан шуныһы менән айырыла: Төҙөлөш ваҡыты әҙерәк. Материалдар әҙерәк тотонола. Йылытыу өсөн энергия сығымдары һауаның тәбиғи конвекцияһы иҫәбенә кәмерәк. Ныҡ өйҙәр, яҡтылыҡ та күберәк була. 2023 йылдың аҙағына тиклем эшҡыуар мунса һәм башҡорт милли аш-һыуы менән кафе төҙөргә ниәтләй. Уға уңыштар теләйбеҙ! Ә Архангел районы биләмәһендә үҙ проекттарын тормошҡа ашырырға теләүселәрҙе "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"нә көтәбеҙ. Ғаризаны Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында (https://investrb.ru/ru/) йәки 8 (34774) 21597 телефон һандары буйынса Архангел районы хакимиәтенең иҡтисад бүлегендә ҡалдырырға мөмкин, – тип яҙған Архангел районының бизнес-шәрифе Виктор Пьянов. Фото: Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмө.