Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәт йортонда төбәктә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса ведомство-ара комиссия ултырышын үткәрҙе. Көн тәртибенә тораҡ пункттарҙа, шулай уҡ федераль, муниципаль-ара һәм урындағы автомобиль юлдарында авариялар һанын кәметеү мәсьәләләре сығарылды. "Республикала авариялар һаны аҙыраҡ булһын өсөн юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә етди иғтибар бүләбеҙ. Был күп яҡлы эш, ул беҙҙең автомобиль юлдарының торошона һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар дисциплинаһына ҡағыла", - тине Радий Хәбиров. Башҡортостан Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ бүлеге начальнигы Владимир Севастьянов әйтеүенсә, 2023 йылдың туғыҙ айында юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булыусылар һаны 8,7 процентҡа, ә зыян күреүселәр һаны уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 0,1 процентҡа кәмегән. Был осорҙа юлдарҙа барлығы 2,6 мең авария теркәлгән, уларҙа 272 кеше һәләк булған, 3110 кеше яраланған. Юл-транспорт ваҡиғаларының төп сәбәптәре булып транспорт сараларының бәрелеше һәм йәйәүлеләрҙе бәрҙ