Найти тему
Башҡортостан гәзите

Айҙар Ғәлимовтың күптәнге хыялы тормошҡа ашҡан

Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов октябрҙең башында ял итергә тип Дағстанға юлланған. Был сәфәренең сәбәбе тураһында социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уртаҡлашты. “Ҡояшлы, таулы, диңгеҙле Дағстан иле, бик шатмын һинең мелән яҡындан танышыуыма! Бик күп милләтле халыҡ үҙ тарихын, динен, ә иң мөһиме - рухын һаҡлап ҡала алған тип күрҙем... Был ерҙең киләсәге матур булырға оҡшаған - өмөттәрегеҙ аҡланһын ине... Күптәнге хыялым да тормошҡа ашты – ҡумыҡ дуҫымдың тыуған ауылына барҙым, иҫ киткес хәтирәләр! Миңә ҡалһа, иң матур осрашыуҙар алда ла көтөп тора әле. Дағстан – һин минең йөрәгемдә инде!” – тип яҙған ул. Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер, тиҙәр. Ысынлап та, сәйәхәттәр, аралашыуҙар, дуҫ-туғандар менән осрашыуҙар рухи донъябыҙҙы байыта, яңы ҡанаттар ҡуя. Һеҙ быйыл ҡайҙа сәйәхәт ҡылдығыҙ? Дағстанды күргәнегеҙ бармы? Фото: vk.com/aidar.galimov