– Бер йыл элек мобилизация башланғас, Стәрлетамаҡ ҡалаһының стоматология поликлинкаһынан беҙгә – ике хеҙмәткәргә хәрби комиссариатҡа саҡырыу килде. Хеҙмәттәшем юлланды, мин иһә бронь буйынса эшләргә ҡалдым. Ул саҡта юлға сумкалар ҙа йыйып бөткәйнем инде, әммә эшемде дауам иттем. Тик шул мәлдән алып күңелем менән махсус хәрби операция зонаһында йөрөйөм... – тип һөйләп үтте Айнур Флүр улы. – Хәрби хеҙмәттә булдым, медицинаны яҡшы беләм, һаулығым бар, кәүҙәм мыҡты... Тимәк, мин унда кәрәк, – тип тә өҫтәне ул. Табип яуға китәсәге хаҡында эшендә ошо көндәрҙә генә, Өфөнән ышаныслы яуап килгәс кенә, хәбәр итә. Әлбиттә, бөтә медицина кадрҙарға ҡытлыҡ кисергәндә тәжрибәле стоматологты оҙатыу еңел эш түгел. Әммә бында икенсе эшкә күсеү тураһында һүҙ бармай шул... Шул оҙатыу тантанаһын беҙгә – хәбәрселәргә лә күрергә насип булды. Тиҫтерҙәрҙән алып ҡустыларға тиклем әрме хеҙмәтенә оҙатыу мәлендә күп тапҡыр ҡатнашырға тура килде. Бында иһә... бына ҡырҡ йәшлек ирҙе оҙатабыҙ, хеҙмәткә түгел, яуға!.. – Айнур Флүр улын пациенттар хөрмәт итеп, яратып тора. Ул – эшенә яуаплы ҡараған белгес. Тик бында эш Тыуған ил алдындағы бурыс тураһында бара һәм беҙ уны ғорурланып, изге теләктәр менән оҙатып ҡалабыҙ. Иманым камил, коллегабыҙ, эшендәге һымаҡ, яу яланында ла үҙ бурысын теүәл үтәйәсәк! – тип ҡылыҡһырлап үтте буласаҡ яугирҙе поликлиниканың баш табибы Рәжәп Шакиров. Әйткәндәй, Башҡортостандағы һәр предприятие-учреждение һымаҡ, поликлиника ла махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хеҙмәткәрҙәрен һәм уларҙың ғаиләләрен ярҙамдан өҙмәй, гуманитар ылау йыйыша, һалдаттың яҡындарына ҡағылған көнкүреш мәсьәләләрен дә хәл итеп торалар. Оҙатыу мәлендә, әлбиттә, күптәрҙе “ҡытыҡлаған” аҡса мәсьәләһе буйынса ла һорамай булдыра алманым: “Теш табибы тар белгес икәнен аңлайһығыҙҙыр, ул эш хаҡын мин бында ла алам, бәлки, күберәктер ҙә...” – тигән яуап көткәйнем дә инде. Ысынлап та, был икенсе эшкә күсеү түгел һәм ҡарар ҙа Айнур Флүр улы өсөн еңел бирелмәгән һәм, ниһайәт, бер йыл күңелен өйкәгән һорауға яуап таба – ул дошман менән алышҡан яҡташтары янында булырға тейеш! Илгә ауыр саҡта беҙ берҙәм булырға һәм кәрәк икән – яуға ташланырға тейешбеҙ, тигән фекерҙә Айнур Бүләкҡолов. – Украина илебеҙ ҡуйынында йәшәне, ярҙам өҙөлмәне, әммә үҙҙәрен өҫтөн ҡуйған милләтселәр хәҙер дәүләт именлегенә ҡурҡыныс янай, быға Көнбайыш әүҙем булышлыҡ итә, ошондай саҡта ситтә ҡала алмайым! Кешеләр ҙә – тештәр һымаҡ, араларында төрлөһө бар. Ҡасандыр татлы тормошҡа бирешеп, “серей” башланылар, фашизм аңҡып торған был тештәрҙе “һурып” ташлайһы бар, – тип аңлатты ир ҡарарын, зәп-зәңгәр күҙҙәрен төбәп. Был күҙҙәрҙә шул саҡ өмөт, сикһеҙ аяҙлыҡ, тыныс күк йөҙө сағылды минең өсөн! Шул аяҙ күк йөҙө өсөн көрәшәһе бар! Эшендә генә түгел, ата-әсәһенә лә һуңғы сиктә генә ҡарарын белдерә Айнур Флүр улы. Шуныһын да билдәләп үтте табип: икеһе лә аңлап ҡабул итә. Әммә, әйтергә кәрәк, шунда уҡ түгел, һөйләшкән мәлдә башта тартҡылашыу ҙа булып ала. Ни тиһәң дә, күрәләтә ғәзиз балаңды ут эсенә ебәреү – әсә йөрәге өсөн иң ҙур һынау! Әммә Бөйөк әсә аңлай: ул да Әсә, ил дә Әсә һәм әлеге мәлдә улдарға Ил-Әсә нығыраҡ мохтаж! Бер йыл дауамында килгән ҡарар... Был ҡарар берәүҙең күңелендә бөрөлөнһә лә, уның ысын ғәмәлгә әүерелеүендә, кәм тигәндә ике кеше ҡатнаша. Айнур Флүр улы ҡулына хәрби комиссариатҡа саҡырыу алғандан алып ҡатыны Лиана Әхиәр ҡыҙы менән был темаға ҡат-ҡат әйләнеп ҡайта. Дөрөҫөн әйткәндә, бронь бар, эш бар, икеһе лә табип, бынамын итеп бер ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп йәшәйҙәр, был темаға әйләнеп ҡайтмайынса ла тормошо артабан да дауам итер ине Бүләкҡоловтарҙың. Әммә башҡорт ҡатынына хас булғанса, Лиана ханым иренең ҡарарын аңлап ҡабул итә, уға психологик яҡтан таяныс булырға тырыша. Ир-егеттәр илен яуҙа ла һаҡларға, яҡларға тейеш тигән тәҡдирҙе ҡатын-ҡыҙ иңендә лайыҡлы күтәреп, тормош иптәшенә хәрби хеҙмәткә әҙерленергә йәне-тәне менән булышлыҡ итә. Оҙатыу тантанаһына Лиана Әхиәр ҡыҙы үҙе лә килгәйне. – Ул - ир кеше, һәм мин уның ҡарарын хөрмәт итәм. Ниндәй аҙымға барғанын яҡшы аңлайбыҙ, был хаҡта беҙ бер ҡат ҡына һөйләшмәнек, Айнур аҡыллы ир, ул мәсьәләне ҡайһы ваҡытта, ҡайһы ерҙә иҫкә төшөрөргә белә ине, еңел ҡарар түгел минең өсөн, әммә бөгөн илебеҙ ирҙәребеҙҙең, улдарыбыҙҙың яҡлауына мохтаж, ни тиклем нығыраҡ һәм берҙәм булып ҡаршы торасаҡбыҙ – еңеүҙең (тиҙерәк) килеүе лә шуға бәйле! Ошо хаҡта ла уйланырға тейешбеҙ, – тине ул, ғаиләлә булған һөйләшеүҙәрҙе күҙ алдына баҫтырып. Балалар тураһында ла һорашмай булдыра алманыҡ: өлкәне аңларлыҡ йәштә икән, кескәй ҡыҙға әлегә бөтәһен дә һөйләү ярамай, килер ваҡыт, атаһы еңеү менән ҡайтып төшкәс, барыһын да үҙе аңлар – атаһы һағындырып йөрөгән, тимәк, ул унда – ҡайҙалыр йыраҡта икенсе кешеләргә (ағайҙарға) нығыраҡ кәрәк булған! ...Оҙатыу мәлендә һиҙелгән тағы бер күренеш хаҡында әйтеп үтеү урынлы булыр: һәр кем яуға юлланыусыға изге теләктәр еткерҙе, яҡшы һәм ҡыйыу кеше икәнен билдәләп үтте, шул уҡ ваҡытта бер кем дә күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәне – һәр кемдең сығышында киләсәккә, еңеүгә ышаныс ята ине һәм, миңә ҡалһа, был иң мөһимелер! Шулай берҙәм һәм ышаныслы булғанда ғына еңеү көттөрмәҫ. “Серек тештәр”ҙе юҡ итеп, еңеү менән генә әйләнеп ҡайт, Айнур Флүр улы! Йөҙҙәребеҙҙән тик бәхетле йылмайыу ғына бөркөлөп торһон! Әйткәндәй Махсус хәрби операция зонаһында ҡуйылған бурысты үтәү маҡсатында контракт буйынса хәрби хеҙмәт тәҡдим итәләр. Юғары эш хаҡы, юғары һөҙөмтәләр өсөн өҫтәлмә түләүҙәр һәм бихисап социаль льготалар ҡаралған. Яҡташтарыбыҙ менән иңгә-иң терәшеп контракт буйынса хәрби хеҙмәт итергә теләүселәр Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы хәрби комиссариатына 8 (917) 462 89-17; 8 (3473) 20-61-51 һандары буйынса шылтратып тулыраҡ мәғлүмәт туплай ала. Адресы: Хоҙайбирҙин урамы, 118-се йорт, 19-сы бүлмә. t.me/bashbat02/2236 чат-ботында ла ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап табырға мөмкин.
"Серек тештәр”ҙе юҡ итеп, еңеү менән генә әйләнеп ҡайт, Айнур Флүр улы!
16 октября 202316 окт 2023
4 мин