Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Хәрбиҙәргә тағы ниндәй яңы ярҙам саралары бар?

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү саралары тураһында һөйләшеү булды. Вице-премьер – финанстар министры Лира Иғтисамова ярҙам йүнәлештәре тураһында ентекләп һөйләне. Бөтәһе республикала 37 сара ғәмәлдә. Иң ҙур иғтибар МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларына ярҙамға бүленә. Октябрь башына ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, хәрбиҙәрҙең өс меңдән ашыу балаһы бушлай балалар баҡсаһына йөрөй. Бынан тыш 5-тән 11-се класҡа тиклемге 4 мең мәктәп уҡыусыһы һәм 500-ҙән ашыу колледж студенты бушлай туҡланыу менән тәьмин ителгән. Шулай уҡ уҡыусылар һәм 23 йәшкә тиклемге студенттар бушлай ҡала йәмәғәт транспортында йөрөй ала. Бындай хоҡуҡ менән 3,8 мең бала һәм үҫмер файҙаланған да. Өс мең самаһы бала түләмәйенсә түңәрәктәргә йөрөй. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан өс мең самаһы яугир һәм уларҙың ғаилә ағзалары мәҙәниәт учреждениелары сараларында ҡатнашҡан. 901 кеше бушлай өйөндә социаль хеҙмәттәр ала. 867 кеше республиканың шифахана-курорт учреждениеларында булып ҡайтҡан, ә 258 кешене торлағына газ үткәреү өсөн 100 мең һумлыҡ сертификат алыуға иҫәпкә ҡуйғандар. Лира Иғтисамова әйтеүенсә, Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыарға ярҙам итеү буйынса берҙәм федераль стандарт индерәләр. Уның сиктәрендә 350 баланы йәшәгән урынына яҡын балалар баҡсаһына күсергәндәр. Шулай уҡ яугирҙәрҙең балалары тәүге сиратта физкультура-спорт ойошмаларына яҙылыу хоҡуғы ала. Бынан тыш республикала Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булған йәки махсус хәрби операциялағы ҡаҙаныштары өсөн федераль ордендар менә наградланған кешеләргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына бушлай ер участкаһын биреү тураһында закон проекты эшләнгән. Шулай уҡ ауыл ерендә йәшәгән МХО-ла ҡаташыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларының торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға социаль түләүҙәр бүлергә планлаштыралар. Башҡортостан Башлығынының Социаль коммуникациялар идаралығы начальнигы Елена Прочаковская билдәләүенсә, булдырылған социаль ярҙам төрҙәре һәм урындағы хакимиәттәрҙең әүҙемлеге социаль селтәрҙәрҙә яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләһе ағзаларына ярҙам итеү буйынса мөрәжәғәттәрҙе кәметеүгә килтергән. Башҡортостан Башлығы муниципалитеттарға яугирҙәр һәм уларҙың яҡындары менән бәйләнештә булғаны өсөн рәхмәт әйтте. Ул шулай уҡ Хөкүмәткә хәрби хәрәкттәр ваҡытында яраланған махсус хәрби операция ветерандары менән осрашыу форматын уйларға ҡушты. – Бурыс – уларҙы тыңлау. Был артабанғы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итәсәк, – тине Радий Хәбиров. – Дөйөм алғанда, яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләре ағзаларына ярҙам итеүҙә эште кәметмәүҙе һорайым. Бөгөн ошонан да мөһимерәк бурыс юҡ. Бының өсөн хакимиәт башлыҡтарына ҙур рәхмәт. Ҡайҙа ғына булһам да, һәләк булғандарҙың яҡындары менән осрашҡанда, уларҙың һеҙҙе белеп тороуын һәм ихтирам итеүен күрәм.