Махсус хәрби операция башланғас та, тәүгеләрҙән булып ил именлеге хаҡына яуға юлланған “Фаza” позывнойлы башҡорт егете менән ялға туҡтаған арала бәләкәй генә әңгәмә ҡороп өлгөрҙөк. Әлбиттә, алға киткән хәҙерге заман технологияһы ярҙамға килде, “Бәйләнештә” социаль селтәре аша аралашабыҙ. Мин уға ҡасандыр күсемһеҙ милек мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәт иткәйнем. Шунан алып ул дуҫтар араһында һаҡланып ҡалған. Быйыл уның хәрби кейемдә фотолар һалғанын абайлап ҡалдым да, һорап яҙҙым. Танышым 2022 йылдың апрель айынан үҙ теләге менән Ватаныбыҙҙы һаҡлай икән. – Махсус хәрби операция биләмәһенә нисек барып эләктегеҙ? – Һәр кемдең был донъяла үҙ бурысы бар. Ҡатын-ҡыҙ – ғаилә усағын һаҡлаусы, балалар табып нәҫел дауам итеүсе, ә ир-егет – ашарға хәстәрләүсе, именлекте һаҡлаусы. Ил алдына һынау килгәндә лә көслө заттар уның һағына ташланырға тейеш. Илһөйәрлек рухы мине һис икеләнеүһеҙ махсус хәрби операцияға барырға этәрҙе. – Тәүгеләрҙән булып сығып киткәнһегеҙ. Шул турала һөйләһәгеҙ ине? – Минең кеүек фекер йөрөткән кешеләр бергә тупланып, ирекмән булып Башҡортостандан 38 кеше юлландыҡ. Өс ай хәрби хәрәкәттә булып ҡайтып, ике ай ял иткәндән һуң, йәнә юлға ҡуҙғалдыҡ. Бөгөн һөжүм төркөмөндәбеҙ. Шәхси ҡорал, кейем, ашау – барыһы ла бар. Беҙ башҡорт полктарында түгел, ябай батальон. Үҙебеҙ барҙыҡ та, үҙебеҙ йөрөйбөҙ. Бына һеҙгә ҡорал, аҙыҡ-түлек, тинеләр. Һин дә мин йүгерешеп йөрөйбөҙ. Алышабыҙ. Ғәҙәти хәрби тормош бара. – Яугирҙәрҙең дошманға мөнәсәбәте нисек? – Дошман – дошман инде. Үкенескә ҡаршы, беҙҙең дуҫтар, егеттәр һәләк була. Улар өсөн үс алабыҙ. Һуғыш – һуғыш инде, барыһына ла әҙер булырға кәрәк. – Хәҙерге ваҡытта фронтта һалдаттарға нимә талап ителә? – Әлбиттә, халыҡ ныҡ ярҙам итә. Рәхмәт бөтәһенә лә. Ярҙамдың ике төрө бар: береһе – кәрәкле, икенсеһе – комфорт. Ойоҡ, салфетка һәм башҡа кәрәк-яраҡ – ул комфорт. Кәрәкле әйбер – ул һуғыш өсөн ҡорал, тепловизорҙар, дрондар, һуғышты яҡшы алып барыр өсөн махсус техника. Шул уҡ йөк автомобилдәре, еңел автомобилдәр, квадроциклдар кәрәк, яраланғандарҙы тиҙ генә сығарырға кәрәк бит. – Шәхси составта сәйәси эш алып барыламы? Психологик хәл нисек нығытыла? Бөтәһе лә МХО-ның маҡсатын аңлаймы? Беҙҙең яҡтан дезертирлыҡ һәм хыянат осраҡтары бармы? – Беҙ көн дә үҙебеҙҙең егеттәрҙең психологик хәлен белеп торабыҙ, шул уҡ ваҡытта сәйәси яҡтан да аңлатырға тырышабыҙ. Әлбиттә, бөтәһе лә уны аңлап етә алмай. Күп кеше үҙенең психологик яҡтан һуғышҡа әҙер түгел икәнен күрһәтә. Ҡайһы берәүҙәр, ысынлап та, рухи яҡтан һына. Бар шундай осраҡтар. Бөтәһе лә ҡоростан түгел бит инде, бөтәһенең дә йәшәгеһе килә. Үҙ-үҙеңде һаҡлау инстинкты һәр кемдә лә бар. Ҡасҡындар ҙа бар. Ундайҙар күп тип әйтмәйем, әммә осраштырғылай... – Унда барырға теләгән кешеләргә ниндәй кәңәш бирер инегеҙ? – Ундай кеше оҙаҡ уйламай. Ял иткән ваҡытта ла киләләр ҙә һорайҙар: “Барырғамы-юҡмы икән?!”, “Унда нисек ул?”, “Нимә алырға үҙең менән?”, “Тәк, бында минең эштәр бар, уларҙы бөтөрөргә кәрәк”. Дөрөҫөн әйткәндә, мин беренсе тапҡыр сығып киткәндә ҡатыным белмәй ҙә ҡалды. Тоттом да, шым ғына әйберҙәрҙе йыйып, сығып киттем. Был юлы шулай уҡ үҙ иркем менән йүнәлдем. Береһенән дә һорап торманым, барҙым, йыйындым да юлландым. – Башҡортостандан ярҙам ҙур икәнен ишетеп-белеп торабыҙ. Шуның мөһимлеген һөйләгеҙ әле. – Башҡортостандан тос ярҙам килә. Беҙ генә түгел, бүтән төбәктәрҙәге һалдаттар ҙа әйтә: “О, Башҡортостандан ай һайын фуралар менән ташыйҙар. Башҡорттар бер-береһенә ныҡ ярҙам итә”. Иң беренселәр булғас, беҙ бер ниндәй ҙә батальонға эләкмәнек. Тоттолар ҙа ебәрҙеләр шунда. Үҙебеҙ Башҡортостандан каналдар табып, башҡорт егеттәре менән осрашып, һөйләшеп, үҙебеҙгә юл ярып алдыҡ. Шулай уҡ республиканан ярҙам килә. Ни тиһәң дә, беҙ – бергә! – Һеҙгә иҫән-һау еңеү яулап ҡайтыуығыҙҙы теләйбеҙ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуацион үҙәккә 122 йәки (347) 218-19-19-19, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында Телеграмда мәғлүмәт таба алаһығыҙ.